-17 °С
Ясна
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
2 Ғинуар , 18:55

Иҫке төрки буйынса әсбап сыҡҡан

"Китап" нәшриәте "Алифба тюрки" тигән китап сығарған. Уны нәшриәттең магазинында һатып алырға була.

Иҫке төрки буйынса әсбап сыҡҡан
Иҫке төрки буйынса әсбап сыҡҡан

Иҫке төрки теле ХХ быуаттың 30-сы йылдарына тиклем төрки телдәренең байтағы өсөн уртаҡ була. Әсбап иҫке төрки яҙмаһы менән үҙ аллы танышыу мөмкинлеген бирә. Яҙылышы менән ғәрәп-фарсы яҙмаһына нигеҙләнгән иҫке төрки алфавитын белеү архивтарҙа һаҡланған тарихыбыҙҙы өйрәнеү өсөн дә бик файҙалы.

Китапты Ш. Вәлиев, И. Сәйетбатталов, И. Байғужин, И. Миңлебаев, Ю. Куряевтан торған авторҙар төркөмө әҙерләгән.

Баҫманың ғәрәп телен өйрәнеүгә, дини белем алыуға ҡағылышы юҡ, ул донъяуи, мәҙәни-тарихи ҡулланма булып тора.

Сығанаҡ: Башинформ.

Автор: Альфия Акбутина
Читайте нас