-6 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
3 Ғинуар , 22:11

Толоп, быйма, шәл булһа, өшөтмәҫ

"Турахан" сәфәр үҙәге эргәһендә "Толоп байрамы" үтте. Беҙҙең әүәлдән килгән ҡышҡы кейемдәрҙе – толоп, тун, быйма, бүрек, шәл, бейәләйҙәрҙе күрһәттеләр. Улар ни тиклем матур, йылы, уңайлы!

Толоп, быйма, шәл булһа, өшөтмәҫ
Толоп, быйма, шәл булһа, өшөтмәҫ

"Оҙон һарыҡ толобона уранып, олатайым өләсәйем менән санаға ултыра ла күрше ауылға китә торғайны. Бына ул ысын Яңы йыл йылыһы, бала саҡтан үҙ һәм таныш", – ти Күсемһеҙ мәҙәни мираҫты һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-етештереү үҙәге директоры Данир Ғәйнуллин, бала сағын иҫләп.

Күптәр саңғы алып килгән. Олатайҙарының, ҡарт олатайҙарының толоптарын, ҡыҫҡа тундарын кейеп алғандар. Бер кеше Бөйөк Ватан һуғышында йөрөп ҡайтҡан толопта килгән.

"Турахан" эргәһендәге байрамда толоплолар 1 километрға саңғыла йүгереп ярышты, иң шәп толопҡа, быймаға, тулы образға конкурстар булды. Милли уйындар уйнанылар, тәмле итеп сәй эстеләр.

Шишмә һәүәҫкәрҙәренең сығыштары йәм өҫтәне.

Сығанаҡ: Башинформ.

Толоп, быйма, шәл булһа, өшөтмәҫ
Толоп, быйма, шәл булһа, өшөтмәҫ
Толоп, быйма, шәл булһа, өшөтмәҫ
Толоп, быйма, шәл булһа, өшөтмәҫ
Толоп, быйма, шәл булһа, өшөтмәҫ
Толоп, быйма, шәл булһа, өшөтмәҫ
Толоп, быйма, шәл булһа, өшөтмәҫ
Толоп, быйма, шәл булһа, өшөтмәҫ
Автор: Альфия Акбутина
Читайте нас