-17 °С
Ясна
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
7 Ғинуар , 16:20

Алдап саҡыртҡан өсөн яуап бирергә тура киләсәк

Ашығыс хеҙмәттәрҙең телефонына килгән бөтә шылтыратыуҙар яҙылып бара. Кем шылтыратҡанын да асыҡлау ҡыйын түгел.Телефон хулигандары шуны белеп етмәй шикелле.

Янғын һүндереүселәрҙе, ашығыс ярҙамды, полицияны юрамал саҡырған өсөн 1000–1500 һум штраф һалына.

Терроризм ғәмәле, шартлатыу йә ут төртөү әҙерләнә тип алдап шылтыратҡан өсөн Енәйәт яуаплылығы ҡаралған. 500 мең һум штраф түләтеү, йә өс йылға төрмәгә ултыртыу, йә шул уҡ мөҙҙәткә мәжбүри эштәргә ҡушыу кеүек хөкөм сығарылыуы ихтимал.

Ялғанлап шылтыратыу өсөн яуаплылыҡ – 16 йәштән, теракт тураһында алдап хәбәр итеү өсөн яуаплылыҡ 14 йәштән башлана. Бәләкәйерәк балаларҙың "шуҡлығы" өсөн ата-әсәгә яуап бирергә тура киләсәк.

Видео: МЧС.

Автор: Альфия Акбутина
Читайте нас