Ҡыш пиротехника торғаны бер афәткә әйләнә. Петардалар ярыла, машиналарҙың һаҡ сигнализацияһы уларға ҡушыла. Был уйынсыҡ шартлатҡыстар йыш ҡына бәлә-ҡазаға сәбәп була.
"Репетиторҙан ҡайтып килгәнемдә петардаларҙы минең аяҡ аҫтына тиерлек ырғыттылар".
"Беҙҙең бер малай петарда арҡаһында дауаханала ята".
"Синыфташым тауҙа булғанда тюбингы аҫтына петарда ырғытҡандар".
"9 йәшемдә мәктәп автобусына ултырырға тип туҡталышҡа китеп барғанда артымдан килгән синыфташтарым петардалар ырғытып уйнай ине. Береһе минең көләпәрәмә петарда ташлауҙы ҡыҙыҡ күргән. Шунан бирле петардалар менән фейеверктарҙан ҡотом алынып ҡалған. Инде 6 йыл тиерлек үтте".
"Минең ҡулыма Корсар 3 петардаһын ырғыттылар. Хәҙер минең бер бармағым юҡ".
Был Мизулинаның телеграм-каналына бөтә Рәсәйҙән килгән меңәрләгән хәбәрҙең бер нисәһе генә. Балалар, үҫмерҙәр Хәүефһеҙ интернет лигаһы директоры Екатерина Мизулинанан ярҙам һорай, петарда менән хәүефле уйындарҙың тыйылыуын үтенә.
МЧС төшөргән видеола ла пиротехниканың хәүефен аңлаталар. Уларҙан кешеләр имгәнә, хатта һәләк була. Фейерверктарҙан фатирҙар, йорттар яна.
Пиротехника уйынсыҡ түгел!