1942 йылдың майында Башҡортостандың 3600 комсомолкаһы үҙ теләге менән фронтҡа китә. Улар араһында 22 йәшлек Мөсәйрә лә була. Ул тура Сталинградҡа эләгә. Әүҙем ҡыҙ артиллерия батареяһы комсоргы итеп һайлана, полктың "Бей врага!" гәзитенең хәрби хәбәрсеһе лә ителә, элемтәсе, телефонсы, тоҫҡаусы була.
Былтыр 105 йәше тулыу уңайынан Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә Мөсәйрә Ноғоман ҡыҙы тураһында былай тип яҙғайны:
"Был ғәжәп ҡатындың ниндәй һынауҙар аша үтеүен күҙ алдына килтереүе лә ауыр. Ул элемтәсе лә, тоҫҡаусы ла була. Элемтәне аяҡҡа баҫтырыу өсөн ут аҫтында Волганы кисә, Берлинға барып етә. Һуғыштан һуң Мөсәйрә Фәтихова 54 йыл рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләй. Хәҙер йыш ҡына үҙе яҙған шиғырҙарҙы уҡый – сөнки күп нәмә кисерелгән, күп ваҡиғалар хәтерҙә ҡалған. Ветеран Өфөлә йәшәй, уға яҡындағы мәктәптәрҙең уҡыусылары һәм уҡытыусылары гел килеп тора. Мөсәйрә Ноғоман ҡыҙына һәм бөтә хөрмәтле ветерандарыбыҙға – һаулыҡ, тыныслыҡ, изгелек һәм именлек!"
Мөсәйрә 1920 йылдың 10 ғинуарында Дүртөйлө районының Яңы Кәңгеш ауылында туған. Бәләкәйҙән уҡырға ярата. Ата-әсәһе бик зыялы кеше була, рус, ғәрәп, фарсы, төрөк телдәрен яҡшы беләләр. Ҡыҙ Бөрө педагогия техникумын тамамлай. Һуғыштан һуң Әсән ауылында уҡыта. Хәрби Нәзиф Фәтиховҡа кейәүгә сыға. Артабан ире менән бергә Бөрө педагогия институтында уҡып сығалар. Түбәнге Маншыр ауылында йәшәйҙәр, мәктәптә уҡыталар. Әле инде Мөсәйрә Фәтихова Өфөлә ҡыҙы Рәфиәлә тора.