-14 °С
Ҡар
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
12 Ғинуар , 17:42

Балаға һеләүһен һөжүм иткән

Благовещен районындағы "Уфимский сокол" спорт лагерында ял иткән бер ҡыҙҙың ҡулы сыйылғанын күргәндәр. Һорағас, ул бесәй тырнаны, тигән. Ә лагерҙа бесәйҙәр юҡ – лагерҙа эшләүселәр быны белә. Бер эт менән бер көсөк кенә бар.

Лагерь хеҙмәткәрҙәре хәүефкә төшә. Ихатала һеләүһен барлығын асыҡлайҙар. Тиҙ генә МЧС-ҡа шылтыраталар, балаларҙы корпустарға индерәләр.

Лагерға БР Экология министрлығы, Росприроднадзор, ҡырағай хайуандарҙы реабилитациялау үҙәге вәкилдәре, медиктар, ветеринарҙар, Росгвардиясылар килеп тула. Һеләүһенде тоталар, тик ул тиҙҙән йән бирә.

Һеләүһен ҡотороу ауырыулы булғандыр тиҙәр. Көпә-көндөҙ кеше эргәһенә килеүе, ҡурҡмауы, ябыҡлығы  шундай шик тыуҙыра. Уныһы лаборатория тикшеренеүҙәренән һуң асыҡланыр.

Ҡулы тырналған ҡыҙыҡайҙы Благовещен дауаханаһына һалғандар, ҡотороу ауырына ҡаршы прививкалар яһайҙар.

Ҡотороу ауырыуы, уның вирусын йоҡторғандан һуң уҡ прививкалар курсын үтмәгән осраҡта, үлемгә килтерә.

Видео һәм фото: БР Экология министрлығы.

Автор: Альфия Акбутина
Читайте нас