+24 °С
Ямғыр
Яңылыҡтар
13 Ғинуар , 10:52

Башҡортостан юниорҙары Рәсәй беренселегендә алтын миҙал яулаған!

Һирәк осрай торған хәл булған: финалдағы бөтә туғыҙ алыш та Өфө спортсыларының еңеүе менән тамамланған.

Башҡортостан юниорҙары Рәсәй беренселегендә алтын миҙал яулаған!Башҡортостан юниорҙары Рәсәй беренселегендә алтын миҙал яулаған!
Башҡортостан юниорҙары Рәсәй беренселегендә алтын миҙал яулаған!

Һирәк осрай торған хәл булған: финалдағы бөтә туғыҙ алыш та Өфө спортсыларының еңеүе менән тамамланған.

Ярыш Орел ҡалаһында үткән. Беренсе команда дисциплинаһында, үҫмер егеттәрҙең рапирала ярышында, Башҡортостандың йыйылма командаһы ышаныслы еңеү яулаған. Еңеүселәр – Радмир Ғәләүетдинов, Әмир Фәхретдинов, Дәүләт Хәйретдинов һәм Ростислав Хамдамов.

Беҙҙең йәштәр Татарстан командаһын 45:14, Мәскәү өлкәһе командаһын – 45:31, Санкт-Петербургтың икенсе йыйылма командаһын 45:19, Курск командаһын 45:25 иҫәбе менән еңгән.

Сығанаҡ: Башинформ.

Автор:Альфия Акбутина
Читайте нас