Ғаризала уҡыусы имтихан тапшырырға йыйынған предметтарын күрһәтергә тейеш. Нисә фәндән имтихан тапшырырға теләһәң, һәммәһен теҙеп яҙырға кәрәк, сикләү юҡ.
Тик 1 февралдән һуң һайлаған предметтарҙы үҙгәртеү мөмкинлеге бөтә. Бик етди сәбәп арҡаһында ғына үҙгәртеп буласаҡ. Мәҫәлән, ауырыу арҡаһында булһа, уны раҫлаған бөтә документтарҙы килтерергә тура киләсәк.
Быйыл мәктәпте тамамлаусылар ғаризаны үҙенең мәктәбендә тапшыра. Үткән йылдар тамамлаусылары һәм колледж студенттары махсус теркәү пункттарына барып ғариза бирә.
Консультациялар өсөн телефондар:
БДИ-ға ҡағылышлы һорауҙарҙы биреү өсөн:
+7 (347) 218-03-81 йә +7 (347) 218-03-28 (ял көндәренән башҡа көн дә 9:00 – 18:00, тәнәфес 13:00 – 14:00).
Ғаризаның өлгөһө – Башҡортостан Мәғариф министрлығы сайтында.
Фото: Башинформ.