Бөгөн, 13 ғинуарҙа, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры бинаһында үҙенсәлекле балалар Аксаков шыршыһы байрамына йыйылды. Байрам беҙҙә йолаға әйләнгән: быйыл ул етенсе мәртәбә уҙғарылды.
Шыршы байрамына Өфө, Стәрлетамаҡ, Салауат ҡалаларынан, Тәтешле, Илеш, Дүртөйлө, Бөрө, Бүздәк, Шишмә, Өфө райондарынан 253 үҙенсәлекле бала, шулай уҡ махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балалары (79 бала) килде.
Сара "Бәхет биләмәһе" хәйриәлек фондының бағыусылар советы рәйесе Каринэ Хәбирова патронажы аҫтында үтә.
Ҡунаҡтарҙы күңелле бейек ҡурсаҡтар ҡаршы алып торҙо. Балалар Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыу менән шыршы тирәләй әйлән-бәйлән цйнаны. Шунан театр әҙерләгән матур концертты ҡаранылар.
Спектакль алдынан Башҡортостан Башлығы радий Хәбиров сығыш яһаны:
«Бөгөн Иҫке Яңы йыл, бөтә илебеҙ уны байрам итә, беҙ ҙә һеҙҙе ошо иҫ киткес байрам менән ҡотларға килдек. Иң тәүҙә беҙҙең балаларға мөрәжәғәт итәм. Мин шуны әйтергә теләйем: һеҙ ысынлап та иң яҡшылары, матурҙары, иң аҡыллылары һәм иң көслөләре. Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ теләйем, һеҙҙә булған бөтә ауырыуҙар ҙа юҡҡа сыҡһын, һеҙҙе борсомаһын. Яҡшы уҡығыҙ, атай-әсәйҙәрегеҙҙе тыңлағыҙ, тормошоғоҙҙа барыһы ла үҙегеҙ хыялланғанса булһын.
Атай-әсәйҙәрегеҙгә оло рәхмәт һәм ихтирам һүҙҙәрен еткерәм. Уларға афарин, улар һеҙҙең менән йәшәй, һәр нәмәлә ярҙам итергә тырыша, уларҙы бик һаҡларға кәрәк. Ҡайһы берҙә килеп, әсәкәйҙе ҡосаҡлап, былай тип әйтке килә: беҙҙә барыһы ла яҡшы буласаҡ. Шулай килеп сыҡҡан: ғаилә башлыҡтары, күптәрҙең аталары алғы һыҙыҡта, махсус хәрби операцияла йөрөй. Бөгөн был ғаиләләргә ҙур ихтирам һәм булышлыҡ итеү тураһында һүҙ алып барғым килде. Беҙ барыбыҙ ҙа уларҙың өйҙәренә иҫән-һау ҡайтыуына, ҡуйылған бурыстарҙы үтәүенә ышанабыҙ. Барса ваҡыт беҙ уларҙы көтәсәкбеҙ. Уларға мотлаҡ ярҙам итәсәкбеҙ. Шуға күрә, зинһар, ҡәҙерле балалар, махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан атайҙарығыҙға Ҡыш бабайҙан, шәхсән минән һәм ҡатынымдан ҙур ихтирам һүҙҙәрен еткерегеҙ. Барығыҙҙы ла Яңы йыл менән ҡотлайым».
Башҡортостан Башлығының ҡатыны Каринэ Хәбирова ла балаларға һәм уларҙың ата-әсәләренә иң йылы теләктәрен еткерҙе, мөғжизәләргә ышаныуҙарын теләне.
Концерттан һуң Радий һәм Каринэ Хәбировтар балаларға бүләктәр өләште.
Аксаков шыршыһының бағыусылары:
«Транснефть-Урал», «ТАВРОС» компаниялар төркөмө, «КМ-Инвест», «Өсөнсө трест» компаниялар төркөмө, «ЛУКОЙЛ-Уралнефтепродукт», «Өфө» халыҡ-ара аэропорты, «Брауни» кондитерханаһы, Эш кейеме комбинаты, «Арника» оптика селтәре, Алия Ҡадиҡованың «КОСМЕТ — А» табип косметологияһы клиникаһы, «Ратиро» уҡыу үҙәге, «ҠЫҘЫРБАҠ-АКВА» СЙ» ЯСЙ-һы, «ӨФӨ СТАНДАРТ» ЯСЙ-һы.
Сығанаҡ: Башинформ.