Стәрлебаш районы Стәрлебаш ауылының 1-се мәктәбе уҡыусылары Геройҙар аллеяһына өмәгә сыҡҡан.
Өмәселәр һәйкәлдәргә, мемориаль таҡтаташтарға илткән юлдарҙы ҡарҙан таҙартҡан, һәйкәлдәргә ҡатҡан ҡарҙы, боҙҙо һаҡ ҡына әрсеп, таҙартып ҡуйған.
Батырҙарҙы бер ваҡытта ла онотмаҫҡа, ә ҡомартҡыларҙы йыл әйләнәһенә тәрбиәләп торорға кәрәклеген яҡшы аңлай балалар. "Йәштәр һәм балалар" милли проекты маҡсаттары тормошҡа аша.
Сығанаҡ: Стәрлебаш районы хакимиәте.