Ҡануниәттә үҙгәрештәр байтаҡ, уларҙың күбеһе һәр кемгә ҡағыла. Уларҙың ҡайһы берҙәрен барлап сығайыҡ.
*1 ғинуарҙан илдә минималь эш хаҡы артты. Үҫеш – 20,7%. Башҡортостанда 15% район коэффициентын ҡушып иҫәпләгәндә МРОТ 31 156 һум 95 тин була. Былтыр 25 806 һум ине.
*1 ғинуарҙан 6,8 процентҡа федераль йәшәү минимумы күтәрелде һәм йән башына 18 939 һум тәшкил итә. Балалар өсөн йәшәү минимумы былтыр 17 201 һум булһа, быйыл – 18 371 һум. Ҡайһы бер социаль түләүҙәр (һалым кешбэгы, берҙәм балалар пособиеһы һ.б.) йәшәү минимумы дәүмәленә бәйле.
*1 ғинуарҙан ҡартлыҡ, инвалидлыҡ һәм аҫраусыны юғалтыу буйынса пенсиялар күләме 7,6 процентҡа артты.
*"Герой әсә" исемен алған әсәйҙәргә (10 йә күберәк бала тәрбиәләп үҫтергәндәргә) Рәсәй Геройҙары һәм Хеҙмәт Геройҙарыныҡы кеүек үк социаль льготалар бирелә.
*Түбән килемле ғаиләләр үткән йыл өсөн НДФЛ-дың бер өлөшөн ҡайтара аласаҡ.
*1 ғинуарҙан ике йә күберәк балалы ғаиләләр йыллыҡ һалым түләмен ала башлай. Уларға түләнгән НДФЛ-дың бер өлөшөн кире ҡайтарасаҡтар.
*20 ғинуарҙан 14 йәшкә тиклемге балаларға сит илгә сығыу өсөн сит ил паспорты кәрәк буласаҡ. Рәсәйҙәр быға тиклем эске паспорт менән барып йөрөгән илдәргә лә ҡағыла яңы ҡағиҙә (Абхазия, Беларусь, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Көньяҡ Осетия һ.б.), әммә 14 йәше тулғандарға һәм өлкәндәргә был илдәргә Рәсәйҙең эске паспорты менән барыу мөмкинлеге һаҡлана.
*1 февралдән бер ғаиләгә бер генә ғаилә ипотекаһы биреү рөхсәт ителә.
*Айырылышыу өсөн дәүләт пошинаһы быға тиклемге 650 һум урынына 5 000 һум була.
*1 ғинуарҙан өҫтәлмә хаҡҡа һалым (НДС) артты.
*Торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә түләүҙәр 1 ғинуарҙан 1,7 процентҡа арта (НДС күтәрелеү сәбәпле). 1 октябрҙән илдең төрлө төбәгендә коммуналь хеҙмттәр хаҡтары 8–22 процентҡа күтреләсәк.
*1 сентябрҙән электроникаға технологик йыйымдар арта. Был йыйымдың минималь күләме 5 мең һум буласаҡ. Һөҙөмтәлә электроника ҡиммәтләнәсәк.
*Мобиль элемтә операторҙары 1 ғинуарҙан элемтәне 20-25 процентҡа ҡиммәтләтә.
*Имтихан тапшыра алмаған 9-сы синыф уҡыусылары түләүһеҙ нигеҙҙә эшсе профессияһын ала аласаҡ. Закон 1 ғинуарҙан көсөнә ингән. Ул 9-сыны тамамлаған, ләкин дөйөм белем тураһында аттестат ала алмаған бөтә үҫмерҙәргә ҡағыла.
*Армияға алыу хәҙер йыл әйләнәһенә барасаҡ. Ғәскәри бурыслыларҙы армияға алып китеү йылына ике тапҡыр (1 апрель – 15 июль һәм 1 октябрь – 31 декабрь) тормошҡа ашырыласаҡ.
*Билет-маҙар алғанда, медицина хеҙмәттәре ҡулланғанда, банктан кредит-фәлән алғанда, ғөмүмән, нәмә лә булһа һатып алғанда ҡулланыусыға өҫтәп башҡа әйберҙәр йә хеҙмәттәр тағырға тырышыусыға һалына торған штраф күләме 9 ғинуарҙан ике тапҡырға артты. Бынан ары вазифалы кешеләрҙән – 150 мең, компанияға 500 мең һумғаса штраф түләтеүҙәре ихтимал.
*Картаңа күскән аҡсаның һалымы түләмгән килем икәнен асыҡлаһалар (Федераль һалым хеҙмәте шикле күсереүҙәрҙе күҙәтеп кенә тора), штраф һалыуҙары ихтимал. Бигерәк тә ҡуртымға фатир биреү, әйбер йә хеҙмәт һатыуға оҡшаш түләүҙәр һалымсыларҙың иғтибарын тартасаҡ. Картаға шулай уҡ юридик берәмектәрҙән һәм ИП-ларҙан килгән аҡсаны тикшереп торасаҡтар. Штраф сумманың 20-40 процентын тәшкил итәсәк.
*1 сентябрҙән рәсәйҙәрҙең СПБ аша һәм "Мир" картаһына күсерелгән һәр һумы күҙәтеү аҫтында буласаҡ.
*СПБ аша үҙ-үҙеңә 200 мең һумдан күберәк аҡса күсерһәң, был мутлашыу тип иҫәпләнәсәк. 1 ғинуарҙан Рәсәй Үҙәк Банкы мутлашыу билдәләре даирәһен киңәйтә.
*Яңы йылдан ҡалған шыршыны сүп контейнерына сығарып һалған кешеләргә 3 мең һум штраф һалына.
*1 ғинуарҙан водителлек танытмаларын автоматик оҙайтыу туҡтатыла. 2025 йыл аҙағында мөҙҙәте сыҡҡан танытмалар буйынса 3 йыл йөрөргә мөмкин әле.
*1 ғинуарҙан еңел автомобилдәргә техник тикшереү үткәреү (техосмотр) уртаса 9,7 процентҡа ҡиммәтләнә.
*1 ғинуарҙан юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙған өсөн штрафтар уртаса 1,5 тапҡырға артты.
*Юлдарҙа 60-тан ашыу яңы знак барлыҡҡа килде.
*9 ғинуарҙан – БӨТӘ төр машиналарҙың да тәҙрәләрендәге тонировка өсөн штраф. Быға тиклем сит илдән ингән машиналар тонировка менән йөрөһә, хәҙер был мөмкинлек бөтөрөлгән. Тонировкалау ҡағиҙәләрен боҙған өсөн (алғы һәм ҡабырға тәҙрәләрҙең яҡтылыҡ үткәреү дәүмәле 75 проценттан кәм булмаҫҡа тейеш) 500 һум штраф һалалар. Бер штрафтан һуң да тонировка һаман торһа, 2–4 мең түләтәләр йә 15 тәүлеккә ябып ҡуялар.
Фото: Башинформ.