+24 °С
Ямғыр
Яңылыҡтар
14 Ғинуар , 08:41

Бөрйәндә ДАИ 15 йәшлек үҫмерҙе эләктергән

"Иғтибар – балалар!" акцияһы барышында Бөрйәндә ДАИ хеҙмәткәрҙәре туғыҙынсы ВАЗ машинаһын йөрөтөп китеп барған малайҙы туҡтата.

Бөрйәндә ДАИ 15 йәшлек үҫмерҙе эләктергәнБөрйәндә ДАИ 15 йәшлек үҫмерҙе эләктергән
Бөрйәндә ДАИ 15 йәшлек үҫмерҙе эләктергән

"Иғтибар – балалар!" акцияһы барышында Бөрйәндә ДАИ хеҙмәткәрҙәре туғыҙынсы ВАЗ машинаһын йөрөтөп китеп барған малайҙы туҡтата.

Инспекторҙарҙы күреп ҡалған  үҫмер ҡапыл тормозға баҫа, артҡа сигенеп ҡасырға самалай. Тик тәжрибә юҡ бит инде – көрткә барып менә.

Әсәһен саҡырталар. Автомобилде штраф туҡталҡаһына оҙаталар. Материалдарҙы бәлиғ булмағандар эштәре буйынса комиссияға тапшыралар. Тикшереү тамамланғас, ата-әсәне дөрөҫ тәрбиә бирмәгән өсөн яуаплылыҡҡа тарттырасаҡтар.

Видео: БР ДАИ / телеграм

Сығанаҡ: Башинформ.

Автор:Альфия Акбутина
Читайте нас