-14 °С
Ҡар
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
14 Ғинуар , 11:48

Башҡортостандың ике колледжы "Агропрофи" грантына үтте

Быйыл илдә "Агропрофессионалитет" программаһы ғәмәлләштерелә башланы. Ул төбәктәргә аграр колледждарҙы үҫтереү мөмкинлеген бирә. Программа "Аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген технологик тәьмин итеү" милли проектының  "АПК-ға кадрҙар" проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла.

"Агропрофессионалитет" программаһы буйынса Рәсәйҙең 13 төбәгенән 18 проект конкурс аша үткән. Шуларҙың икеһе – Башҡортостандан. Конкурста бөтәһе илдең 46 субъекты ҡатнашҡан.

"Грантҡа һайлап алыуҙа Аксен һәм Урал аръяғы агросәнәғәт колледждары үтте, – ти Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары–БР ауыл хужалығы министры Илшат Фазрахманов. – Аҡса инфраструктураны һәм ҡорамалдарҙы модернизацияларға, матди-техник базаны яңыртырға, ҡорамалдар һәм программа тәьминәте һатып алырға, белем биреү программаларын яҡшыртырға мөмкинлек бирәсәк. Былар бөтәһе лә компетентлы белгестәр, тармаҡ етәкселәре һәм буласаҡ эшҡыуар-фермерҙар әҙерләү өсөн Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығы төҙөгән системаның мөһим өлөштәре буласаҡ".

Сығанаҡ: Башинформ.

Автор: Альфия Акбутина
Читайте нас