Белорет районы малайы, Өфөләге музыка гимназия-интернаты уҡыусыһы Эмир Билалов спиннинг менән боҙ бырауы тураһында хыяллана. "Президент менән тура бәйләнеш"кә хыялын яҙып ебәрә. Уның яҙғанын Башҡортостан Халыҡ фронты эшмәкәрҙәре уҡый һәм тиҙ арала тормошҡа ашыра. Был ҡыуаныслы хәбәрҙе беҙ ҙә баҫып сығарғайныҡ.
Каникулда Эмир Билалов атаһы менән балыҡҡа барған һәм бүләктәрен һынап ҡараған. Хәҙер уның үҙ кәрәк-ярағы бар, берәй мәке бушамаҫмы икән тип көтөп ултыраһы түгел.