-7 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
16 Ғинуар , 13:08

Буласаҡ химиктар төплө әҙерлек үтте

12–16 ғинуар Өфө Фән һәм технология университетының Химия һәм ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә һаҡлау инстиутында Бөтә Рәсәй уҡыусылар олимпиадаһының төбәк этабына әҙерлек үткәрелде. Интенсивта Өфө мәктәптәренең муниципаль этапты уңышлы үткән 60 уҡыусыһы ҡатнашты.

Буласаҡ химиктар төплө әҙерлек үтте
Буласаҡ химиктар төплө әҙерлек үтте

"ХимТехЛидер" проекты сиктәрендә университеттың тәжрибәле уҡытыусылары етәкселегендә уҡыусылар химияны тәрән өйрәнә.

Олимпиадасылар – ябай "отличниктар" түгел. Был – фекерле йәштәрҙең үҙенсәлекле берләшмәһе. Улар сискән мәсьәләләр ятларға түгел, ә анализларға, тикшеренергә өйрәтә. Лабораториялағы ғалимға, юғары технологиялы производстволағы инженерға, яңы материалдар һәм дарыуҙар сығарыу өҫтөндә эшләүсегә нәҡ ошондай сифаттар кәрәк, – ти белем биреү программаһы етәксеһе, физик химия һәм химик экология кафедраһы профессоры, химия фәндәре докторы Юрий Зимин.

Остаздар проектта ҡатнашҡан балаларҙың Бөтә Рәсәй уҡыусылар олимпиадаһында юғары һөҙөмтәләр күрһәтеренә ышана.

Интенсив Өфө хакимиәтенең Мәғариф идаралығы, Фәнни-мәғлүмәти-методик үҙәк булышлығында үтте, "Яңы материалдар һәм химия йүнәлешендә квалификациялы кадрҙарҙы алдан әҙерләү һәм ҡайтанан әҙерләү" федераль проектынан финансланды.

Сығанаҡ: Өфө Мәғариф идаралығы.

Буласаҡ химиктар төплө әҙерлек үтте
Буласаҡ химиктар төплө әҙерлек үтте
Буласаҡ химиктар төплө әҙерлек үтте
Буласаҡ химиктар төплө әҙерлек үтте
Буласаҡ химиктар төплө әҙерлек үтте
Буласаҡ химиктар төплө әҙерлек үтте
Буласаҡ химиктар төплө әҙерлек үтте
Автор: Альфия Акбутина
Читайте нас