-7 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
22 Ғинуар , 11:58

Башҡортостанда Тотороҡло ғаилә клубтарын ойоштормаҡсылар

Бөгөн, 22 ғинуарҙа, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың пленар ултырышында депутаттар Башҡортостанда бала хоҡуҡтары буйынса вәкил Ольга Панчихинаның 2025 йылда балалар хоҡуҡтарын яҡлау тураһындағы докладын тыңланы.

Ольга Панчихина 2026 йылға пландар тураһында ла һөйләне.

Нимәләр көтөлә?

- Быйыл республикала Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы менән берлектә Тотороҡло ғаилә клубтары асыласаҡ. Ҡалаларҙа һәм райондарҙа «Ғаилә» үҙәктәре базаһында бөтәһе 20 ошондай клуб асыласаҡ, улар көрсөк кисергән ғаиләләргә ярҙам итеү үҙәге буласаҡ", — тине Ольга Панчихина.

- Бынан тыш, Башҡортостанда «Балаларҙың тауышын ишетәбеҙ» программаһы сиктәрендә балаларҙан онлайн һорашыуҙар үткәреү, ҡарарҙар ҡабул иткәндә уларҙың фекерен иҫәпкә алыу планлаштырыла.

- Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балаларына, етем балаларға, уларға юридик ярҙам күрһәтеүгә айырым иғтибар биреләсәк.

- Ғаиләләргә һәм балаларға ярҙам итеү өсөн коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙы йәлеп итеү эше дауам ителәсәк.

- «Российские подмостки» 2-се Бөтә Рәсәй социаль театрҙар фестивале үтәсәк.

- Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил аппараты хеҙмәткәрҙәре һәм йәмәғәт ярҙамсылары Төп дәүләт имтиханын һәм Берҙәм дәүләт имтиханын үткәреүҙә күҙәтеүсе сифатында ҡатнашыуын дауам итәсәк.

Сығанаҡ: Башинформ.

Автор: Альфия Акбутина
Читайте нас