Үҫмер ҡыҙға берәү "мин курьер" тип шылтырата, послыканы алыу өсөн СМС-хәбәрҙән кодты әйтергә ҡуша. Ҡыҙ әйтә.
Бер аҙҙан уға «Дәүләт хеҙмәттәре», «Росфинмониторинг», «ФСБ» вәкилдәре шылтыратырға керешә. Аферистар ҡыҙҙы "порталдағы аккаунтың ватылған, әсәйең исеменән ышаныу ҡағыҙы төҙөлгән, аҡсағыҙҙы дуҫ булмаған илдәргә ебәрәсәктәр", тип ҡурҡыта.
Ҡыҙыҡайҙың ҡото оса, өйҙәге 640 мең һум аҡсаны алып, тегеләр әйткән иҫәптәргә күсерә.
Сығанаҡ: Башинформ.