-9 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
24 Ғинуар , 17:00

Сириус.Курстарҙа белемдәрегеҙҙе тәрәнәйтегеҙ

Төрлө предметтарҙа төплөрәк белем алырға теләгән уҡыусылар "Сириус" платформаһы курстарында шөғөлләнә ала. Лекциялар, күнегеүҙәр, мәсьәләләр илдең юғары һәм урта мәктәбенең иң яҡшы уҡытыусылары, методистар, остаздар тарафынан әҙерләнгән һәм  7–11-се синыфтар уҡыусыларына тәғәйенләнгән.

"Сириус.Курстар" онлайн-мәктәбендә математика, информатика, физика, химия, биология, лингвистика, яһалма аң буйынса курстар эшләй. Береһендә йә бер нисәһендә бер юлы уҡырға була.

Уҡыу түләүһеҙ.

"Сириус" белем биреү үҙәге  –  Сочи ҡалаһында урынлашҡан лагерь, унда 10–17 йәшлек уҡыусыларҙы тәрән белем биреү программалары буйынса уҡыталар. Лагерҙы Сочиҙа үткән XXII Ҡышҡы Олимпия уйындарынан һуң Рәсәй Президенты Владимир Путин тәҡдиме буйынса олимпия базаһында асалар. "Сириус" үҙәгендә йыл әйләнәһенә илдең бөтә төбәктәренән яҡшы уҡыусылар, талантлы балалар, шулай уҡ уҡытыусылар һәм остаздар белемен тәрәнәйтә.

Фото: Сириус-Курстар сайтынан скриншот.

12+

Автор: Альфия Акбутина
Читайте нас