2025 йылда балаларҙың ышаныс телефонына 17 мең шылтыратыу килгән. 2 меңдән ашыуында шылтыратыусы һөйләшергә баҙнат итмәйенсә трубканы һалған.
Ә шылтыратып һөйләшеүселәрҙең 2,5 меңе балалар һәм үҫмерҙәр, 1 меңдән ашыуы ата-әсә булған.
1295 осраҡ кризислы шылтыратыу тип теркәлгән, йәғни кешегә кисекмәҫтән психологик ярҙам талап ителгән.
Был һандарҙы республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова атай.
"Балалар ышаныс телефоны – һәр бала, үҫмер, ата-әсә шылтырата ала торған урын ул. Икенсе остағы белгестәр тотороҡлолоҡ табырға, хәл-ваҡиғаны аңларға, унан сығыу юлын эҙләргә мотлаҡ ярҙам итер", – ти министр.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, түләүһеҙ һәм берҙәм ышаныс телефоны 8 800 2000 122 (йәки 124) тәүлек әйләнәһенә эшләй.
Сығанаҡ: Башинформ.