-9 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
28 Ғинуар , 14:33

Өфө уҡыусылары Бөтә Рәсәй конкурсында еңеү яулаған

Өфө уҡыусылары "Рәсәй – традицион ҡиммәттәр иле" тигән Бөтә Рәсәй конкурсында еңгән. Еңеүселәрҙе Мәскәүгә саҡырып ҡотлағандар. Конкурсҡа 89 төбәктән һәм 7 илдән 4300 эш килгән. Шуларҙың 60-тан ашыуының авторҙары еңеүсе йә лауреат булған.

Өфө уҡыусылары Бөтә Рәсәй конкурсында еңеү яулаған
Өфө уҡыусылары Бөтә Рәсәй конкурсында еңеү яулаған

Өфө уҡыусылары "Рәсәй – традицион ҡиммәттәр иле" тигән Бөтә Рәсәй конкурсында еңгән. Еңеүселәрҙе Мәскәүгә саҡырып ҡотлағандар.

Конкурсҡа 89 төбәктән һәм 7 илдән 4300 эш килгән. Шуларҙың 60-тан ашыуының авторҙары еңеүсе йә лауреат булған.

Өфөнөң 93-сө физика-математика лицейы уҡыусылары конкурстың ике этабын уңышлы үткән, эштәрен жюри алдында яҡлаған. Улар "Традицион Рәсәй ҡиммәте тураһында хикәйә" номинацияһында еңеүсе булған. Ҡатнашыусыларға закондар һәм нормалар күҙлеге аша был мәсьәләнең әһәмиәтен аңлатырға, традицион ҡиммәттәрҙең мәғәнәһен асҡан уникаль эш әҙерләргә кәрәк ине. Өфө балалары бурысты юғары кимәлдә башҡарып сыҡҡан.

Уҡыусыларҙың уңышы тураһында Өфө мэрияһында һөйләгәндәр.

Фото: Өфө мэрияһы/ телеграм

Сығанаҡ: Башинформ.

Өфө уҡыусылары Бөтә Рәсәй конкурсында еңеү яулаған
Өфө уҡыусылары Бөтә Рәсәй конкурсында еңеү яулаған
Өфө уҡыусылары Бөтә Рәсәй конкурсында еңеү яулаған
Автор: Альфия Акбутина
Читайте нас