Федоровка районының өлкән синыф уҡыусылары район дауаханаһына экскурсияға килгән.
Уҡыусыларҙы пациент маршруты буйлап йөрөткәндәр, заманса ашығыс ярҙам ҡорамалдары, диагностика кабинеттары менән таныштырғандар. Үҫмерҙәр табиптарҙың һәм шәфҡәт туташтарының нисек итеп етеҙ һәм көйлө эшләгәнен күҙәткән.
Утыҙ бала "Йәштәр һәм балалар" милли проекты маҡсаттарына яуап биргән сарала кешеләрҙең һаулығы һағында тороусыларҙың хеҙмәте тураһында үҙе өсөн яңы белемдәр алған. Медиктарҙың эш урынын ҡарап, һөнәрҙәре тураһында мауыҡтырғыс итеп һөйләгәндәрен тыңлап, бәлки, кемдәрҙер ошо йүнәлеште һайлар? Улар алдында киләсәккә профессия һайлау бурысы тора бит.
Сығанаҡ: Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.
#молодёжь_и_дети #йәштәр һәм балалар