-11 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
29 Ғинуар , 15:45

"Профессионалдар" чемпионатында йөҙҙәрсә уҡыусы ҡатнашасаҡ

2–13 февралдә Башҡортостанда Бөтә Рәсәй "Профессионалдар" чемпионатының төбәк этабы үтә. Ул хеҙмәткәрҙәрҙең квалификацияһын күтәреү һәм профессиональ кадрҙар әҙерләү маҡсатын ҡуя.

Ҡатнашыусылар өлкән йәш төркөмөнда 152 компетенцияла һәм юниор төркөмөндә 42 дисциплинала үҙенең оҫталығын күрһәтәсәк.

Ярышта урта махсус уҡыу йорттарының 750 студенты һәм 210 өлкән синыф уҡыусыһы ҡатнашыр тип көтөлә. Һәр конкурсанттың эксперт остазы буласаҡ һәм уны ярыштар барышында оҙатып йөрөйәсәк.

Башҡортостан мәғариф министры Илдар Мәүлетбирҙин билдәләүенсә, чемпионаттың төбәк этабы белем биреү учреждениеларының эш биреүселәр менән бәйләнешен көсәйтә, иҡтисадҡа һәм социаль тармаҡтарға кәрәкле белгестәр әҙерләүгә хеҙмәт итә.

Чемпионат "Йәштәр һәм балалар" милли проектының "Профессионалитет" федераль проекты сиктәрендә үтә.

Сығанаҡ: Башинформ.

Автор: Альфия Акбутина
Читайте нас