Өфөнөң Дим районында "Кеше эҙләйем" акцияһы үтте. 15 эткә хужа табылды.
Акция "Изгелекле Өфө" проекты сиктәрендә үткәрелә. Был юлы уны Дим паркында ойошторғандар. Унда килеүселәр эттәрҙе, бесәйҙәрҙе ҡараны, ҡайһы берәүҙәр үҙенә оҡшағанын өйөнә алып ҡайтып китте.
Хайуандар өсөн 3 тоннанан ашыу аҙыҡ йыйылды.
Сығанаҡ: Башинформ.