Ишембай районы Урман-Бишҡаҙаҡ ауылы китапханаһында өлкән синыф уҡыусылары башҡорт балаҫының нисек һуғылыуы менән танышҡан.
Китапхана хеҙмәткәрҙәре уларҙы борондан килгән ата-бабалар һөнәренең тарихы менән таныштырған, келәм-балаҫтар етештереүҙең үҙенсәлектәре, биҙәк һалыу, йөндө әҙерләү, епте тәбиғи буяуҙар менән буяу тураһында һөйләгән. Уҡыусылар үҙ ҡулдары менән балаҫ һуғып ҡараған.
Оҫталыҡ дәресе "Ғаилә" милли проекты сиктәрендә ойошторлған.
Сығанаҡ: Ишембай район хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге.