Радий Хәбиров фекеренсә, әлегә һығымталар эшләргә иртә, эмоцияларҙы йүгәнләп, ваҡиғаның сәбәптәрен ентекле тикшерергә кәрәк: "Бындай нәмәләрҙең сәбәбе төрлө була: өйҙә ығы-зығы, бәхетһеҙ мөхәббәт, буллинг. Беҙ хәҙер сәбәпте асыҡларға тейешбеҙ. Сөнки егет тулы ғаиләнән, уның атаһы ла, әсәһе лә бар, ғаиләлә өс бала. Асыҡларға ваҡыт бирегеҙ, һәм беҙ тейешле ҡарарҙы сығарырбыҙ".
Төбәк етәксеһе белдереүенә ҡарағанда, мәктәптең хәүефһеҙлек системаһы төҙөк. Хәүеф төймәләре, металл эҙләгестәр эшләп тора, тик ЧОП хеҙмәткәрҙәре етерлек иғтибар күрһәтмәгән.
"Мәктәптә сит кеше барлығы тураһында сигнал ваҡытында бирелгән, уҡытыусылар ҙа ваҡытында балаларға синыфтарҙа бикләнергә ҡушҡан. Металл эҙләгес тә тора, ләкин һөжүм итеүсенең ҡоралы ҡорал булмаған, ул балалар өсөн пластик автомат. Ул хатта спорт магазиндарында түгел, балалар магазиндарында һатыла. Ул ваҡ пластик пулялар менән ата, пневмо түгел. Ул кешегә зыян килтерә алмай. Егет үҙе әйтеүенсә, автомат уның ҡустыһыныҡы. Пластик булғанға металл эҙләгес эшләмәгән. Үҫмерҙең бәләкәй кухня бысағы ла булған. Уға металл эҙләгес сигнал биргән. Ләкин, бында әйтеүҙәренсә, һәр кемдең "шылтыраттыра торған" берәй металл нәмәһе була. Шуға иғтибар итмәгәндәр. Тимәк, ЧОП урынында булһа ла, беренсе һаҡ һыҙығы эшләмәгән. Ләкин ярҙамды тиҙ саҡырғандар. 10 минут эсендә ҡораллы Росгвардиясылар килгән. Егет ҡаршылыҡ күрһәтмәгән", – тип аңлатма бирә Радий Хәбиров.
Сығанаҡ: Башинформ.