-5 °С
Ҡар
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
3 Февраль , 13:24

Өфө уҡыусыһы уҡытыусыһы менән синыфташтарына һөжүм иткән

Өфөнөң 16-сы гимназияһында 9-сы синыф уҡыусыһы страйкбол автоматынан атҡан. Ваҡиға тураһында хәбәр Рәсәй Эске эштәр министрлығы Башҡортостан идаралығының дежур бүлегенә сәғәт 11-ҙәрҙә килә. Мәктәпкә тиҙ арала полиция, Росгвардия, башҡа ашығыс хеҙмәттәр хеҙмәткәрҙәре барып етә.

Полицияның рәсми комментарийында былай тиелгән:

"Алдан алынған мәғлүмәткә ярашлы, 16-сы гимназияның 9-сы синыф уҡыусыларының береһе дәрескә пластик пневматик автомат менән үткән. Ул уҡытыусыға һәм өс синыфташына бер нисә тапҡыр атҡан һәм петарда шартлатҡан. Бында килеп еткән полиция патруль посы хеҙмәткәрҙәре Росгвария хеҙмәткәрҙәре менән бергә уны тотҡарланы. Ваҡиғаның барышы асыҡлана".

Өфө мэры Ратмир Мәүлиев та – мәктәптә. "Бөтә хеҙмәттәр оператив эш итте. Туғыҙынсы синыф уҡыусылары егетте кәмһеткән. Теге пневматик винтовка килетереп ут асҡан. Зыян күреүсе юҡ", – тигән ул.

Mash телеграм-каналы яҙыуынса, синыф етәксеһе үҫмер менән етди һөйләшергә тейеш. Икенсе мәктәптән күскән баланың яңыһына өйрәнеүе ауыр барған. Бөгөн ул тәүге ике дәресте ҡалдырған, өсөнсөһөнә һуңлап ингән. Һөжүм итер алдынан бер синыфташ ҡыҙыҡайы уның коридорҙан маска кейеп килә ятҡанын төшөрөп алған.

Егетте ҡулға алғандар. Енәйәт эштәре ҡуҙғатылған. Бөтә шарттарҙы асыҡлау буйынса тикшереү ойошторолдо, тигәндәр Рәсәй Тәфтиш комитетының Башҡортостан буйынса Тәфтиш идаралығында.

Фото: БашДТП / телеграм

Фото: Ратмир Мәүлиев / телеграм

Сығанаҡ: Башинформ.

Өфө уҡыусыһы уҡытыусыһы менән синыфташтарына һөжүм иткән
Өфө уҡыусыһы уҡытыусыһы менән синыфташтарына һөжүм иткән
Өфө уҡыусыһы уҡытыусыһы менән синыфташтарына һөжүм иткән
Автор: Альфия Акбутина
Читайте нас