Тәтешле районы Аҡсәйет ауылы мәктәбендә 9-сы синыф уҡыусылары өсөн рус теле буйынса йомғаҡлау әңгәмәһенә апробация үткәрелгән. Был эш – дәүләт йомғаҡлау аттестацияһының мөһим баҫҡысы ул.
Шарттарҙы ысын имтихандағы кеүек итеп ойошторғандар. Уҡыусылар әңгәмәләшеүҙең бөтә этаптарын үткән:
- тексты ҡысҡырып уҡыу,
- үҙ фекерҙәреңде өҫтәп, текстың йөкмәткеһен һөйләү,
- бирелгән темаға монолог,
- имтихан алыусы менән диалог.
"Апробация үткәреүҙең бер нисә ыңғай яғы бар: уҡыусыларға имтихандың форматы менән танышыу мөмкинлеге биреү, һәр кем өсөн ауырлыҡтарҙы асыҡлау һәм адреслы ярҙам ойоштороу, шулай уҡ мәктәптең белем биреү процесына ваҡытында төҙәтмәләр индереү өсөн сығарылыш уҡыусыларының дәүләт йомғаҡтлау аттестацияһына әҙерлеге тураһында фекер туплауы", – тигән рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Зинира Ғаязова.
Сара "Йәштәр һәм балалар" милли проекты сиктәрендә үткән.
Сығанаҡ: Тәтешле район хакимиәте.