-19 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
5 Февраль , 12:38

Яңы мәктәпкә документтар ҡабул итәләр

Өфөлә Кузнецов Затонындағы 164-се белем биреү үҙәгенә киләсәк уҡыусыларҙың исемлектәрен төҙөй башлағандар. Әлегә ваҡытлыса Киров районының башҡа мәктәптәрендә уҡып торған балаларҙың документтарын яңы мәктәпкә ебәрәләр, шуға уларҙың ата-әсәләренән ғариза талап ителмәй, тигән район хакимиәте башлығы Илвир Нурдәүләтов.

7 һәм 9 февралдә, балалары Өфөнөң башҡа мәктәптәрендә уҡып йөрөһә лә, уларҙы яңы мәктәпкә күсерергә теләгән ата-әсәләрҙән ғаризалар ҡабул ителәсәк.

Яңы мәктәп 2200 балаға иҫәпләнгән. Ул республикала ғына түгел, тотош Волга буйы федераль округында ла иң ҙур мәктәп булып тора. Синыф бүлмәләренән тыш, унда дүрт спорт һәм тамаша залы, дизайн студияһы, фото һәм кино студияһы, театр студияһы, нәшриәт үҙәге, робот техникаһы кабинеты, компьютерлы интерактив 3D-кабинеты йыһазландырыла.

Сығанаҡ: Башинформ.

Автор: Альфия Акбутина
Читайте нас