Быйыл бәйгегә 100-гә яҡын ғариза ҡабул ителде, 30-ы финалға үтте. Ҡыйғы, Дыуан, Салауат, Хәйбулла, Көйөргәҙе, Белорет, Баймаҡ, Мәләүез, Учалы райондары, Өфө гимназиялары, Сибай ҡалаһы, Силәбе өлкәһе әүҙем булды, Федоровка менән Илеш тә ҡушылды. "Диктор тауышы"ндағы яңылыҡ – ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев исемендәге Өфө кадет корпусынан ҡатнашыусылар бар.
Абруйлы жюри улар араһынан 12 еңеүсене һайлап алды.
1 урынға Баймаҡ ҡалаһының 5-се дөйөм биреү мәктәбе уҡыусыһы Азамат ИҘЕЛБАЕВ һәм Әбйәлил районы Асҡар ауылының Таһир Күсимов исемендәге гимназия уҡыусыһы Бәхтийәр МУЛЛАХМӘТОВ лайыҡ булды.
2 урынға Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се Башҡорт республика гимназия интернаты уҡыусыһы Яҙгөл ХӘЙРУЛЛИНА, Ҡыйғы районы Үрге Ҡыйғы ауылының 2-се урта мәктәбе уҡыусыһы Яҙгөл ҒАФАРОВА һәм Учалы районының Комсомольск урта мәктәбе уҡыусыһы Илнара ӘБДРӘХИМОВА сыҡты.
3 урын дипломы менән Өфөнән Сулпан ИШМӨХӘМӘТОВА, Салауат районы Әлкә ауылынан Лилиә КӘРИМОВА, Көйөргәҙе районы Илкәнәй ауылынан Айҙар МӨХӘМӘТШИН һәм ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев исемендәге Өфө кадет корпусынан Хәниф ЙОСОПОВ бүләкләнде.
Силәбенән Ильяс ЗИЯЕВ менән Илеш районы уҡыусыһы Фәрхәт ИСЛАМОВҠА Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы махсус приз тапшырҙы.
Хәйбулла районынан Ислам БИЛАЛОВ – "Белем тау" үҙәгенән махсус приз алһа, Ишембайҙан Искәндәр ЛОТФУЛЛИН телевидение дикторы Айнур Ғибәҙуллиндан махсус призға – оҫталыҡ дәресенә – эйә булды.
"Диктор тауышы" – уникаль проект. Уның төп маҡсаты – киләсәккә дикторҙар, журналистар әҙерләү, балаларҙың йөрәгенә осҡон һалыу, данлы диктор Әхәт Мортазиндың эшен дауам итеү.