-9 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
7 Февраль , 22:17

Рәсәй Почтаһы иншалар конкурсына саҡыра

"Рәсәй Почтаһы" быйыл да хат конкурсы үткәрә. Тәүҙә төбәк этабы була. Конкурста уҡыусылар, студенттар, художество студияларына йөрөүселәр, шулай уҡ педагогтар, балалар ижад берекмәләре һәм йәштәр ойошмалары етәкселәре ҡатнаша ала.

Рәсәй Почтаһы иншалар конкурсына саҡыра
Рәсәй Почтаһы иншалар конкурсына саҡыра

Ярыштың маҡсаты – балаларҙы үҙ фекерҙәрен белдерергә, туған телдең ҡәҙерен аңларға өйрәтеү, ә уҡытыусыларға һәм остаздарға хат яҙыу дәресе методикаларын эшләргә, үҙҙәренең һөнәри һәм ижади һәләттәрен асырға мөмкинлек биреү.

Эпистоляр оҫталыҡ ярышы 2026 йылдың 9 октябренә тиклем барасаҡ.

Номинациялар:

«Мы рождены, чтоб сказку сделать былью!»

«Письмо добра. Мой дружный класс»

«Я из династии почтовиков»

«Есть такая профессия – Родину защищать»

«Рецепты счастливой семьи»

«Напишите письмо другу о том, почему человеческие связи так важны в цифровом мире» (был номинация иншаларын 2026 йылдың 10 апреленә тиклем ебәрергә кәрәк).

Ҡулдан яҙылған йә баҫтырылған эштәрҙе 2026 йылдың 31 июленә тиклем Федераль Почта элемтәһе Башҡортостан идаралығына (УФПС) ебәрергә. Адрес: 450000, г. Уфа, ул. Ленина, д. 28, каб. 518.  Хатты алыусы юлына «На конкурс «Лучший урок письма» тип тә өҫтәргә кәрәк.

«Представьте, что Вы – океан. Напишите кому-нибудь письмо, в котором объясните, почему и как люди должны заботиться о Вас» тигән номинацияға яҙылған хаттарҙы 2026 йылдың 10 апреленә тиклем 125252, г. Москва, 3-я Песчаная ул., д. 2А адресына ебәрергә, хатты алыусының юлына «На международную номинацию конкурса «Лучший урок письма» тип яҙырға. Йә булмаһа konkurs@russianpost.ru  электрон адресына ебәрергә.

Сығанаҡ: Башинформ.

Автор: Альфия Акбутина
Читайте нас