-7 °С
Ҡар
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
9 Февраль , 12:00

Аттар паркында шәп көн: тулҡынланыу, сәй, бүләктәр

Бөгөн беҙ һеҙҙең менән «Лошадкин парк»та үткән иҫ киткес экскурсияның иң йылы мәлдәре менән уртаҡлашырға теләйбеҙ. Йәш тикшеренеүселәребеҙ, 263-сө мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһының "Бал ҡорто" өлкән төркөмөндәге балалар, ата-әсәләре менән бергә таң ҡалғыс бер сәйәхәткә сыҡты. Унда бик матур йән эйәләре — аттар менән осраштылар!

Балалар нәфис хайуандарҙы ҡыуанып ҡарап торҙо, уларҙың көнкүреше тураһында ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр белде. Был мөһабәт йән эйәләрен ашатып ҡарағайнылар – күҙҙәре шатлыҡтан яҡтырҙы!

Иң мауыҡтырғысы һыбай йөрөү булды, әлбиттә! Балалар менеп йөрөй алырлыҡ бәләкәй генә һөйкөмлө аттар әҙерләнгән. Һәр бала үҙен ысын һыбайлы итеп тойҙо, атта йөрөүҙән онотолмаҫ хис-тойғолар алды. Ата-әсәләр ҙә ҡырҙа ҡалманы, улар ҙа һыбай йөрөп, шатланып, күтәренке кәйефтә булды.

Шулай уҡ һәммәбеҙ бергәләп, ҡышҡы тәбиғәттең бөтә матурлығын күңелгә һеңдереп, саналарҙа йөрөп килдек.

Әүҙем күңел асыуҙан һуң тәмлекәстәр менән ҡайнар сәй эстек. Беҙҙе ҡыуаныслы сюрприз көткән икән: һәр кем яратҡан паркыбыҙҙан иҫтәлеккә бүләк алып ҡыуанды.

Балаларыбыҙҙың шат йылмайыуын күреп, ысын мәғәнәһендә бәхетле булдыҡ. Был сәйәхәттәр йәнле тәьҫораттар биреп кенә ҡалмай, балаларға ҡыйыуыраҡ, ышаныслыраҡ, хәстәрлекле булырға ярҙам итә.

Балалар менән бергә йөрөнөләр:

Руфина Самат ҡыҙы ҒӘЛИЕВА һәм Ғәлиә Ғәли ҡыҙы ҒӘЛИУЛЛИНА,

263-сө мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһының

"Бал ҡорто" өлкән төркөмө тәрбиәселәре.

Автор: Альфия Акбутина
Читайте нас