+24 °С
Ямғыр
Яңылыҡтар
9 Февраль , 09:21

Бөтә Рәсәй тикшереү эштәрен үткәреү тураһында

Рособрнадзор кәңәшмәһендә 2026 йылда Бөтә Рәсәй тикшереү эштәрен ойоштороу һәм үткәреү мәсьәләләре тикшерелде. Кәңәшмәлә ВПР үткәреүгә талаптар асыҡланды:

Бөтә Рәсәй тикшереү эштәрен үткәреү тураһындаБөтә Рәсәй тикшереү эштәрен үткәреү тураһында
Бөтә Рәсәй тикшереү эштәрен үткәреү тураһында

Рособрнадзор кәңәшмәһендә 2026 йылда Бөтә Рәсәй тикшереү эштәрен ойоштороу һәм үткәреү мәсьәләләре тикшерелде.

Кәңәшмәлә ВПР үткәреүгә талаптар асыҡланды:

- Төбәктәр ВПР-ҙы үткәреүҙең берҙәм көнөн билдәләй алмай, был датаны һәр мәктәп 20 апрелдән 20 майға тиклем сиктәрҙә үҙ аллы һайлай.

- ВПР уҡытыусылар өсөн өҫтәмә бюрократик йөк һәм негатив сығанағы, ниндәйҙер рейтингтар артынан сабыу сәбәпсеһе булырға тейеш түгел.

- Контроль һәм тикшереү эштәре, шул иҫәптән ВПР күләме, предметты өйрәнеүгә бүленгән бөтә ваҡыттың 10 процентынан артмаҫҡа тейеш.

- Бөтә Рәсәй тикшереү эштәрен дәрестән һуң йәки каникул ваҡытында үткәрергә ярамай.

- Ата-әсәләрҙән һәм уҡытыусыларҙан заданиелар баҫтырыу өсөн ҡағыҙ һәм картридждар һатып алдыртыу тыйыла.

- ВПР варианттары алдан танышыу һәм сисеп ҡарау өсөн уҡытыусыларға һәм уҡыусыларға тапшырылырға тейеш түгел.

- Ата-әсәләрҙе ВПР-ға әҙерлек өсөн йыйынтыҡтар һатып алырға мәжбүр итеү тыйыла.

Сығанаҡ: Башинформ.

Автор:Альфия Акбутина
Читайте нас