-7 °С
Ҡар
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
9 Февраль , 13:45

Быйыл Башҡортостанда 6 яңы мәктәп, 1 балалар баҡсаһы асыласаҡ

2026 йылда алты мәктәп һәм бер балалар баҡсаһы төҙөлөп бөтөргә тейеш. Был хаҡта Хөкүмәт кәңәшмәһендә мәғариф министры Илдар Мәүлетбирҙин белдерҙе.

Алты мәктәптең береһе – Әбйәлил районы Асҡар ауылында, унда 640 урынлыҡ мәктәп һәм балалар баҡсаһы һалына. Төҙөлөш тамамланған, әле лицензия алыу эштәре бара. Министр әйтеүенсә, балалар баҡсаһы февраль аҙағында уҡ эшләй башлаясаҡ.

Тағы бер мәктәп – Өфөләге 3675 урынлыҡ белем биреү үҙәге, ул 1225-әр урынлыҡ өс мәктәптән (Глумилин, Сағыу һәм Миловка микрорайондарында) тора.

Йәнә Нефтекама ҡалаһында 1125 урынлыҡ һәм Стәрлетамаҡта 1050 урынлыҡ мәктәптәр быйыл файҙаланыуға тапшырылырға тейеш.

Бынан тыш, Өфөлә "Иң яҡшы нәмәләр – балаларға" федераль проекты сиктәрендә Өфөлә 360 урынлыҡ Республика математика лицей-интернаты (250 йоҡо урыны) төҙөлә башлаған.

"Ғаиләгә булышлыҡ итеү" федераль проекты буйынса Нуғай ауылында 260 урынлыҡ балалар баҡсаһы һалына, ул икенсе йылға тапшырылырға тейеш.

Сығанаҡ: Башинформ.

Автор: Альфия Акбутина
Читайте нас