+9 °С
Ямғыр
Яңылыҡтар
9 Февраль , 06:17

Өфөлә экология олимпиадаһы үтте

Өфө дәүләт нефть техник университеты базаһында экология буйынса уҡыусыларҙың Бөтә Рәсәй олимпиадаһының төбәк этабы үтте. Ул 6 февралдә башланды, 8-ендә тамамланды.

Өфөлә экология олимпиадаһы үттеӨфөлә экология олимпиадаһы үтте
Өфөлә экология олимпиадаһы үтте

Аҡыл һәм белем ярышында 8–11-се синыфтарҙан 350 уҡыусы ҡатнашты. Улар теория һәм практика турҙары аша үтте.

Олимпиада "Экологик именлек" милли проекты сиктәрендә барҙы. Проект эсендә алты федераль йүнәлеш булды: "Генераль йыйыштырыу", "Йомоҡ цикл иҡтисады", "Таҙа һауа", "Рәсәй һыуы", "Урмандарҙы һаҡлау", "Биотөрлөлөктө һаҡлау".

Сығанаҡ: Өфө ҡала хакимиәте.

Автор:Альфия Акбутина
Читайте нас