-7 °С
Ҡар
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
9 Февраль , 15:32

Йәш сәсәндәр бәйгеһендә ҡатнашыуға ғаризалар алына

"Урал балалары тауышы" республика йәш сәсәндәр бәйгеһендә ҡатнашыуға ғаризалар ҡабул ителә. Ярыш Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге йылына һәм республикала иғлан ителгән Ҙур һәм татыу ғаилә йылына арнала.

Бәйгелә мәктәп уҡыусылары, музыка һәм сәнғәт мәктәптәрендә тәрбиәләнеүселәр, педагогик һәм сәнғәт-мәҙәниәт  колледждары студенттары ҡатнаша.

Балалар, үҫмерҙәр һәм йәштәр 5–11 йәшлектәр, 12–16 йәшлектәр, 17–20 йәшлектәр төркөмдәрендә  оҫталыҡ буйынса көс һынашасаҡ.

Ҡатнашыусылар башҡорт эпостарынан өҙөктәрҙе башҡортса йә башҡорт теле диалекттарында башҡара, сығыштың оҙонлоғо 4 минуттан артмаһын.

Ғаилә менән сығыштар хуплана.

Ғаризалар һәм яҙмалар 24 мартҡа тиклем ҡабул ителә (cnkid23xudzam@mail.ru  электрон почтаһына).

Конкурс ике этапта үтә:

- видеоматериалдарҙы жюри баһалай (24–26 март)

- Сибайға барып сығыш яһау (31 март – 1 апрель).

Положение бында.

 Сығанаҡ: Республика халыҡ ижады үҙәге.

Автор: Альфия Акбутина
Читайте нас