-17 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
10 Февраль , 17:09

Башҡортостан тарихы буйынса дәреслек федераль исемлеккә ингән

5–7-се синыфтар өсөн "Тыуған яҡ тарихы. Башҡортостан Республикаһы" әсбабы федераль дәреслектәр исемлегенә индерелгән.

Республика Хөкүмәте беренсе вице-премьеры Урал Килсенбаев әйтеүенсә, Башҡортостан Рәсәй субъекттары араһында төбәк тарихы буйынса дәреслек төҙөүҙә беренселәрҙән булған.

Шулай итеп, мәктәптә өйрәнелеүсе тарих курсы өс өлөштән торасаҡ: дөйөм тарих, Рәсәй тарихы һәм тыуған яҡ тарихы.

Тыуған яҡ тарихы өлөшөндә балалар тәүтормош дәүеренән алып Рәсәй дәүләте барлыҡҡа килеүгә һәм беҙҙең осорға тиклем арауыҡтағы  "кесе Ватаны" тарихын өйрәнәсәк. Айырым блок МХО Геройҙары булған яҡташтарға бағышланасаҡ.

Дәреслекте төҙөүҙә билдәле белгестәр – тарих ғалимдары Рәмил Рәхимов, Булат Аҙнабаев, Алексей Кортунов, уҡытыусылар Илгизә Мөхәмәтова һәм Евгений Гостев ҡатнашҡан.

Уҡыусылар дәреслекте ҡулдарына киләһе уҡыу йылында аласаҡ.

Сығанаҡ: Башинформ.

Автор: Альфия Акбутина
Читайте нас