Бөгөн, 11 февралдә, ил буйынса 9-сы синыфта уҡыған 1 миллион 786 мең уҡыусы рус теленән йомғаҡлау әңгәмәһе үтә. Башҡортостанда 53 468 бала әңгәмәлә ҡатнашырға ғариза биргән. Был хаҡта Башҡортостан Мәғариф министрлығында һөйләгәндәр.
Йомғаҡлау әңгәмәһе – 9-сыны тамамлаусыларҙың дәүләт йомғаҡлау аттестацияһына үтеүе өсөн төп шарттарҙың береһе.
Йомғаҡлау әңгәмәһендә ҡатнашыусылар дүрт эш башҡара:
тексты ҡысҡырып уҡырға
уны өҫтәмә мәғлүмәттәр ҡулланып һөйләп бирергә
һайланған темаға монолог һөйләргә
имтихан алыусы менән диалог үткәрергә.
Ғәҙәттә балаларға Рәсәйҙең ил үҫешенә ҙур өлөш индергән мәшһүр шәхестәре (ғалимдар, уйлап табыусылар, космонавтар, полководецтар, һуғыш геройҙары, сәнғәт әһелдәре, спортсылар, табиптар һ.б.) тураһында текст бирелә.
Заданиены үтәү өсөн уртаса 15 минут ваҡыт бүленә. Сәләмәтлеге сикле балаларға, инвалидтарға 30 минут бирелә ала.
Йомғаҡлау әңгәмәһенә баһа "зачет"/"зачет түгел" рәүешендә ҡуйыла. "Зачет" ала алмағандар йә әңгәмәгә етди сәбәп буйынса килмәгәндәр өсөн ҡабатлап үтеү көндәре – 11 март һәм 20 апрель.
Сығанаҡ: Башинформ.