-18 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
11 Февраль , 23:31

Максим Ульчев мәктәп китапханаһына бүләккә китаптар алған

Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Максим Ульчев Башҡортостан "Китап" нәшриәте менән Мәғариф министрлығының китапханаларға бүләк акцияһына ҡушылған.

Максим Ульчев мәктәп китапханаһына бүләккә китаптар алған
Максим Ульчев мәктәп китапханаһына бүләккә китаптар алған

Матбуғат һәм киң мәғлүмәт агентлығы  саралары етәксеһе Максим Ульчев Башҡортостан "Китап" нәшриәте менән Мәғариф министрлығының китапханаларға бүләк акцияһына ҡушылған.

"Шунда уҡ үҙемдең 35-се мәктәпте иҫкә төшөрҙөм. Ҡасандыр унда уҡый башлағайным, әле улым уҡый. Уның китапханаһы өсөн мин Рәми Ғариповтың шиғырҙары һәм хаттарын, Мостай Кәримдең "Ярлыҡау" повесын, Сергей Аксаковтың "Детские годы Багрова-внука" һәм, әлбиттә, Александр Пушкиндың әкиәттәрен алдым. Улар үҫмер уҡыусыларҙың һәйбәт ҡулдарына эләгер, тип ышанам", – тигән Максим Владимирович.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, акция Китап бүләк итеү көнөнә арнала. Был көн 14 февралдә 40-тан ашыу илдә билдәләнә.

Теләгән бер кеше 20 февралгә тиклем яратҡан мәктәбенә яңы һатып алынған китаптар бүләк итә ала.

 

Фотолар: Динар Кәлимуллин / Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығының матбуғат хеҙмәте.

Мәғлүмәт сығанағы:  Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығының матбуғат хеҙмәте.

 

Максим Ульчев мәктәп китапханаһына бүләккә китаптар алған
Максим Ульчев мәктәп китапханаһына бүләккә китаптар алған
Максим Ульчев мәктәп китапханаһына бүләккә китаптар алған
Максим Ульчев мәктәп китапханаһына бүләккә китаптар алған
Автор: Альфия Акбутина
Читайте нас