-16 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
12 Февраль , 13:44

Белорет балалары бәләгә тарыған терпе тураһында йәнһүрәт төшөрә

Белорет ҡалаһында "Зәңгәр ҡош" китап уҡыу балалар үҙәгендә 21-се мәктәптең 4-се "А" синыфы уҡыусылары йәнһүрәт төшөрөргә булған. Был йәнүрәт Роспотребнадзорҙың "Экология – һәр кемдең эше" балалар һәм үҫмерҙәр халыҡ-ара премияһы өсөн ярышта ҡатнашасаҡ.

Балалар сүп-сар баҫҡан яланда терпеләрҙең машина майы күләүегенә элгеүе тураһында тарих яҙған. "Аниматорҙар" тырышып-тырышып пластилиндан геройҙарҙы әүәләгән, декорациялар эшләгән. Иң ҡатмарлыһы "майлы" күләүекте яһау булған. Күләүек өсөн ҡурғаш ҡағыҙы менән ҡараһыу пластилин ҡулланғандар.

Балаларҙың эше күп әле: кадрлап анимация төшөрәһе, музыка һайлайһы, йәнһүрәтте ҡораһы бар.

"Бөтәһе лә тирә-яҡ мөхит дәресендә урмандарҙы сүп баҫыуы проблемаһын тикшергән саҡта башланды. Кешенең моңһоҙлоғонан йонсоған йәнлектәр беҙгә бик йәл булды. Шулай итеп, идея тыуҙы: йөрәктәргә барып етерлек, тиҫтерҙәребеҙҙе генә түгел, өлкәндәрҙе лә уйландырырлыҡ йәнһүрәт эшләргә", – ти уҡыусы Вера Хлебникова.

Культурный мир Башкортостана тг-каналынан.

Белорет балалары бәләгә тарыған терпе тураһында йәнһүрәт төшөрә
Белорет балалары бәләгә тарыған терпе тураһында йәнһүрәт төшөрә
Белорет балалары бәләгә тарыған терпе тураһында йәнһүрәт төшөрә
Белорет балалары бәләгә тарыған терпе тураһында йәнһүрәт төшөрә
Белорет балалары бәләгә тарыған терпе тураһында йәнһүрәт төшөрә
Автор: Альфия Акбутина
Читайте нас