0 °С
Ҡар
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
16 Февраль , 13:29

Башҡортостан уҡыусылары тематик поезда Мәскәүгә барасаҡ

Уҡыусылар өсөн Өфөнән Мәскәүгә тематик поезд йөрөй башлаясаҡ. Беренсе рейс 27 мартҡа тәғәйенләнгән. "Волга буйы аҫыл таштары" тематик поезын Федераль пассажир компанияһының Куйбышев филиалы "Белем вагоны" тигән проект сиктәрендә булдырған.

Башҡортостан уҡыусылары тематик поезда Мәскәүгә барасаҡ
Башҡортостан уҡыусылары тематик поезда Мәскәүгә барасаҡ

Уҡыусылар өсөн Өфөнән Мәскәүгә тематик поезд йөрөй башлаясаҡ. Беренсе рейс 27 мартҡа тәғәйенләнгән. "Волга буйы аҫылташтары" тематик поезын Федераль пассажир компанияһының Куйбышев филиалы "Белем вагоны" тигән проект сиктәрендә булдырған.

Башҡортостан уҡыусылары ултырған поезға юл буйында Һамар, Пенза, Ульяновск һәм башҡа ҡалаларҙан балалар ҡушыласаҡ.

"Поезд, Рәсәй төбәктәренең мәҙәни коды байлығын күрһәтеп һәм йәш быуын араһында дуҫлыҡ бәйләнештәрен нығытып, халыҡтар дуҫлығы һәм берҙәмлеге символына әйләнәсәк. Һәр вагон этнофестиваль майҙансығына әүерелеп, "дуҫлыҡтың йәш илселәре" белемдәре һәм тәьҫораттары менән уртаҡлашасаҡ", – тиҙәр республика Транспорт министрлығында.

Мәскәүҙә сәйәхәтселәрҙе экскурсия, баш ҡаланың төп күренекле урындарына, мәҙәни объекттарына барыу, шулай уҡ тематик флешмобтар көтә.

Сығанаҡ: Башинформ.

Автор: Альфия Акбутина
Читайте нас