Бөгөн Өфөнөң Кузнецов затоны микрорайонында 2200 урынлыҡ яңы мәктәп асылды. Ул республикала ғына түгәле, бөтә Волга буйы федераль округында иң ҙур мәктәп булып тора. Бөгөнгә унда 1500 бала уҡыясаҡ. Асыу тантанаһына тиклем Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров хәүефһеҙлек системаһы менән танышты.
164-се белем биреү үҙәгенең директоры Миләүшә Мырҙағәлина аңлатыуынса:
мәктәп биләмәһенә контроль-үткәреү пункты аша ғына үтеп була;
мәктәптең бөтә биналарына домофон асҡысы менән инелә;
аркалы металл детекторҙары, ҡулдан һәм стационар металл эҙләгестәр бар;
ЧОП хеҙмәткәрҙәренең эш урынында һәм директор кабинетында онлайн-трансляциялы видеокамералар тора;
район эске эштәр бүлексәһе менән оператив элемтә булдырылған;
Росгвардияның ведомствонан тыш һаҡ бүлеге менән тоташтыра торған тревога төймәһе ҡуйылған.
Мәктәпте асыу тантанаһында Радий Хәбиров белем биреү учреждениеһының уникаллеген билдәләне:
– Бөгөн Волга буйы федераль округындағы иң ҙур мәктәпте асабыҙ. Ул балалар өсөн ысын мәғәнәһендә инновацион тәрбиә, мәҙәни, спорт һәм ял итеү үҙәге булып тора. Бында уҡыусыларҙың һәм мәктәпте тамамлаусыларҙың ҙур ҡаҙаныштары тураһында күп тапҡырҙар ишетербеҙ әле, тип ышанам. Иң мөһиме, мәктәп Тыуған илен яратҡан кешеләрҙе тәрбиәләһен. Бөтә уҡыусыларға ла яҡшы уҡыуҙарын теләйем. Мөһим хеҙмәтегеҙ өсөн бөтә уҡытыусыларға рәхмәт белдерәм, бында эшләү һеҙгә уңайлы булһын, ә балалар һеҙгә ихлас булһын.
Радий Хәбиров мәктәпте төҙөгән подряд ойошмаһы вәкилдәренә Башҡортостандың дәүләт наградаларын тапшырҙы.
Тантана тамамланғас, Радий Хәбиров 8-се синыф уҡыусыһы Арсений Решетников һәм мәктәп директоры менән бергә мәктәпте ҡарап йөрөнө.
164-се белем биреү үҙәгенең майҙаны 34 мең кв. м, ул 96 синыфҡа иҫәпләнгән. Мәктәптә 100 уҡытыусы һәм психологтар, социаль хеҙмәткәрҙәр, кәңәшселәр, лаборанттар эшләйәсәк.
Бина "А" хәрефе рәүешендә проектланған, бәләкәй синыфтар – айырым блокта, туҡланыу блогы айырым, бөтә уҡыу бүлмәләре көн яҡтыһын мул ала.
Мәктәптә 4 спорт һәм 1 тамаша залы, дизайн, фото һәм кино төшөрөү, театр студиялары, нәшриәт үҙәге, робот техникаһы кабинеттары, интерактив 3D синыфы, ағас, металл эшкәртеү, туҡыма менән эш итеү, кулинария, өй эштәре кабинеттары бар.
Ҙур бина эсендә аҙашмаҫ өсөн интерактив карталы навигация нөктәләре ҡуйылған.
Тышта ике баскетбол, мини-футбол майҙансыҡтары, теннис корты, йүгереү юлдары, һикереү урындары, урам тренажерҙары бар.
"Мөмкинлектәр мәктәбе" сиктәрендәге профиль йүнәлештәре эшләйәсәк:
"Ломоносов фән мөйөшө" тәбиғәт-фән профиле (лабораториялар комплексы бар, йәнә БДМУ менән берлектә медицина синыфы асыу күҙаллана);
"Кулибин оҫтаханаһы" технологиялар профиле (робот техникаһы, яһалма аң, 3D-моделләү, БПЛА лабораториялары, оҫтаханалар, программа яҙыу мәктәбе, йәнә IT-синыф асыу планлаштырыла);
"Иҡтисади идеялар лабораторияһы" социаль-иҡтисад профиле;
"Пушкин ҡунаҡханаһы" гуманитар профиле (театр, тарих, әҙәбиәт ижад клубтары, музей-китапхана, креатив индустриялар синыфы, психология-педагогика һәм эшҡыуарлыҡ синыфтары).
Сығанаҡ: Башинформ.