-8 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
17 Февраль , 15:30

Ғаилә менән ял итеү күңелле!

"Ҡар бөртөгө" саңғы туристик фестиваленән өлкәндәр ҙә, балалар ҙа бик йылы тәьҫораттар алып, көр күңел, яҡшы кәйеф менән ҡайтҡан. Ғаилә турфесы Силәбе өлкәһенең Минйәр ҡалаһы эргәһендә, матур тәбиғәт ҡосағында 15 йыл буйы үткәрелеп килә. Сара республикала иғлан ителгән Ҙур һәм татыу ғаилә йылы маҡсаттарына ла тап килә.

Турфеста саңғы ярыштары, урманда йүнәлеш табыу, тюбинг, сана шыуыу, балалар конкурстары, скаут костерҙары, ҡаяға үрмәләү, ҡылыста алышыу һәм башҡа күп төрлө ярыштар һәм саралар үткән.

Ярышсыларға Өфөнөң 10-сы белем биреү мәктәбе уҡыусылары ата-әсәләре менән бергәләп эшләгән матур миҙалдар, сувенирҙар бүләк ителгән.

Республиканың билдәле предприятиеһы "БашИнком" – турфестың бағыусыларының береһе. Был предприятие үҫемлектәрҙе, йәшелсә-емеште кешегә файҙалы итеп, витаминдарға, минераль матдәләргә байытып үҫтереү өсөн төрлө препараттар уйлап таба һәм етештерә. Шуға уның ярҙамында сәләмәт тормошҡа йүнәлеш тотҡан саралар үтеүе бик тәбиғи.

Фото: БашИнком.

Ғаилә менән ял итеү күңелле!
Ғаилә менән ял итеү күңелле!
Ғаилә менән ял итеү күңелле!
Автор: Альфия Акбутина
Читайте нас