-8 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
17 Февраль , 12:24

Киләһе уҡыу йылында өлкән синыфтарҙа яңы предмет инә башлай

1 сентябрҙән Рәсәй мәктәптәренең  10-сы һәм 11-се синыфтарында "Хеҙмәттә уҡытыу. Беренселәр" тигән программа индерелә. Әлегә был программа өҫтәмә сара рәүешендә үтелә килә. әммә киләһе уҡыу йылынан ул уҡыу программаһына индерелә.

Программаға ярашлы, уҡыусылар социаль эшмәкәрлеккә йәлеп ителәсәк, үҙҙәренең йәмғиәткә файҙалы инициативаларын эшләй һәм тормошҡа ашыра аласаҡ. Уңышлы проекттар өсөн Берҙәм дәүләт имтихандары һөҙөмтәләренә балдар өҫтәләсәк.

"Белем биреүҙәге яңы башланғыс йәш быуынға үҙ потенциалын тормошҡа ашырырға, ысынбарлыҡ проблемаларын һөҙөмтәле хәл итеү юлдарын табып өйрәнергә һәм профессия һайлағанда ҡулланырға мөмкинлек бирәсәк", – тигән Рәсәй мәғариф министры Сергей Кравцов.

Проект илдең белем биреү ведомстволары, Йәштәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ, шулай уҡ "Добро.РФ" платформаһы һәм Беренселәр Хәрәкәте тырышлығы менән ғәмәлгә ашырыла.

Яңы программа мәктәп уҡыусыларының социаль әүҙемлеген күтәрер, йәш быуында гражданлыҡ аңлылығын уятыр тип көтөлә.

Сығанаҡ: Башинформ.

Автор: Альфия Акбутина
Читайте нас