Өфөләге Ботаника баҡсаһында япон камелияһы сәскә атҡан. Мәңге йәшел был үҫемлектең орлоҡтарын Өфө ғалимдары 2018 йылда Португалиянан яҙҙырып алған.
Камелия орлоғо сәскә атырлыҡ булғансы әллә нисә йыл үтә. Өфөләге ҡыуаҡ беренсе тапҡыр 2023 йылда сәскәләнгән.
Матур сәскәне заманында Коко Шанель үҙ брендының символы иткән.
Фото: Көньяҡ Урал ботаника баҡса-институтының матбуғат хеҙмәте.
Башинформ таҫмаһынан.