Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары ярҙамға мохтаж балаларҙы эшле итеү яғын хәстәрләй.
Был осраҡта етемдәр, мохтаж ғаиләләрҙә үҫкән, бәлиғ булмағандар эштәре комиссияларында иҫәптә торған балалар тураһында һүҙ бара.
Үҫмерҙәр насар юлға баҫмаһын, енәйәтсел әҙәмдәр менән бәйләнеп китмәһен өсөн уларға эш урындарын гарантияларға кәрәк, тип иҫәпләй парламент рәйесе Константин Толкачев.
Февраль аҙағында депутаттар буласаҡ закондың проектын ҡараясаҡ.
Башинформ таҫмаһынан.