-20 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
18 Февраль , 11:32

Ватанды һаҡлаусылар йәш быуынға илһөйәрлек өлгөһөн күрһәтә

«Ватанды Һаҡлаусылар» дәүләт фондының Башҡортостан филиалы 3 500-ҙән ашыу патриотик сара үткәрҙе. Улар араһында: "Батырлыҡ дәрестәре", МХО ветерандарының мәктәп уҡыусылары һәм студенттар менән осрашыуҙары, асыҡ диалогтар, мәғрифәтселек һәм спорт саралары.

Айырым йүнәлеш – мемориаль эш: Ватанды һаҡлаусылар иҫтәлеген мәңгеләштереү буйынса башланғыстарға ярҙам итеү, иҫтәлекле даталарҙа һәм тантаналарҙа ҡатнашыу.

Статс-секретарь – РФ оборона министры урынбаҫары "Ватанды һаҡлаусылар" фонды рәйесе Анна Цивилева  тарихи хәтерҙе һаҡлауҙы фонд эшенең мөһим йүнәлеше тип иҫәпләй.

– Беҙҙең хеҙмәткәрҙәр 43 меңдән ашыу патриотик сара үткәрҙе. Улар араһында  – автор хәрби йыры фестивалдәре, ижади осрашыуҙар, ғаилә спорт ярыштары, махсус операцияла ҡатнашыусыларҙың шиғырҙар һәм проза йыйынтыҡтарын нәшер итеү. Йәштәрҙе илһөйәрлек рухында тәрбиәләүҙә фонд ярҙамында тыныс тормошҡа ҡайтҡан һәм был эштә әүҙем ҡатнашҡан МХО ветерандары мөһим роль уйнай, – тине ул.

Ватанды һаҡлаусылар йәш быуынға илһөйәрлек өлгөһөн күрһәтә
Ватанды һаҡлаусылар йәш быуынға илһөйәрлек өлгөһөн күрһәтә
Ватанды һаҡлаусылар йәш быуынға илһөйәрлек өлгөһөн күрһәтә
Ватанды һаҡлаусылар йәш быуынға илһөйәрлек өлгөһөн күрһәтә
Ватанды һаҡлаусылар йәш быуынға илһөйәрлек өлгөһөн күрһәтә
Автор: Альфия Акбутина
Читайте нас