2026 йылды беҙҙең республикала Ҙур һәм татыу ғаилә йылы тип иғлан итеү мәңгелек ҡиммәттәрҙең ҡәҙерен һәм баһаһын белергә өндәй.
Иғлан ителгән йылдың брендбугы күп быуынлы ҙур ғаиләне сағылдыра. Унда өләсәй-олатай ҙа, атай-әсәй ҙә, балалар ҙа урын алған.
БР ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Олга Кабанова әйтеүенсә, логотип "беҙҙең күп милләтле Башҡортостандың традицион ғаилә ҡиммәттәрен һүрәтләп кенә ҡалмай, хис-тойғолар аша ла кәүҙәләндерә".
Төрлө форматтағы логотипты Ғаилә министрлығының рәсми сайтынан йөкләп алырға була.
Башинформ таҫмаһынан.