Хәйбулла районы Аҡъяр ауылында Сәйфулла Дилмөхәмәтов исемендәге "Илемде данлай ҡурай" зона конкурсы үткән. Быйыл унда Бөрйән, Хәйбулла, Ейәнсура, Йылайыр райондарынан, Баймаҡ, Сибай ҡалаларынан йәш музыканттар ҡатнашҡан.
Ярышҡа 70-ләп ҡурайсыны үҙ эсенә алған 7 ансамбль һәм яңғыҙ башҡарыусы 31 музыкант килгән.
Ҡатнашыусылар ике төркөмдә –
- 12 йәшкә тиклем,
- 12–16 йәшлектәр
төркөмдәрендә – оҫталыҡ һынашҡан.
Гран-приҙы Ғайса Юланов отҡан!
"Иң йәш башҡарыусы" номинацияһы еңеүсеһе Исмаил Рәхимҡолов та тамашасыларҙы ҡыуандырған.
Фото: Аҡъяр ауылының Мәҙәниәт йорто матбуғат хеҙмәте / ВКонтакте.
Башинфрм таҫмаһынан.