-5 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
20 Февраль , 10:43

Алисаның бүләге

Благовещен ҡалаһында йәшәгән Алиса тигән ҡыҙыҡай үткән йәй "Заяц" позывнойлы яугиргә ҡуян ҡиәфәтендәге бәрхәт рюкзак бүләк итә.

Алисаның бүләге
Алисаның бүләге

Благовещен ҡалаһында йәшәгән Алиса тигән ҡыҙыҡай үткән йәй "Заяц" позывнойлы яугиргә ҡуян ҡиәфәтендәге бәрхәт рюкзак бүләк итә.

"Заяц" – Алисаның яҡташы, ул ҡаланың 4-се мәктәбенең кадет синыфын тамамлаған. Сроклы хеҙмәттән һуң  контракт буйынса МХО-ға киткән.

Алисаның бүләгенә "Заяц" бик ҡыуана. Ирекмәндәр аша ҡыҙға бетеү уйынсыҡтар ебәрә.

Шулай итеп, хәҙер Алиса ебәргән ҡуян рюкзак яугирҙе һаҡлай, ә яугирҙән килгән бетеүҙәр Алисаны һаҡлай.

"Заяц"тан килгән бүләктәрҙе алырға барғанда Алиса баллы печеньелар бешереп алып килгән. Өс ай һаҡлана торған был күстәнәсте ул ирекмәндәр аша яугирҙәргә ебәргән.

"Панорама" баҫмаһынан.

Алисаның бүләге
Алисаның бүләге
Алисаның бүләге
Автор: Альфия Акбутина
Читайте нас