-18 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
22 Февраль , 13:20

Аксёнда буласаҡ агрономдар ярышты

Аксён агросәнәғәт колледжында «Агрономия» компетенцияһы буйынса «Профессионалдар» республика чемпионатының зона этабы үтте. Унда Әлшәй районы мәктәптәренең агросиныф уҡыусылары, агрономлыҡ специализацияһы буйынса белем алып йөрөгән төрлө район колледждары студенттары ҡатнашты.

Аксёнда буласаҡ агрономдар ярышты
Аксёнда буласаҡ агрономдар ярышты

«БашИнком» фәнни-файҙаланыуға индереү предприятиеһы һәр ваҡыттағыса чемпионаттың бағыусыһы булды.
Конкурс барышында 12 ҡатнашыусы агрономия буйынса мәсьәләләр кейсын үтәне: ашлыҡтың сифатын баһаланы, тупраҡҡа агрохимик анализ яһаны, шулай уҡ мул уңыш алыуға ярҙам итә торған башҡа тикшеренеүҙәр үткәрҙе.


«БашИнком» вәкиле Гүзәлиә Әбйәлилова  уҡыусыларҙы уңышлы һөҙөмтәләр менән ҡотланы, приздар тапшырҙы һәм 24 февралдә Өфөлә үтәсәк республика чемпионатында ҡатнашасаҡ балаларға уңыштар теләне.

Аксён агросәнәғәт колледжы завучы Лилиә Хафизова даими бағыусылыҡ ярҙамы өсөн «БашИнком» компанияһына оло рәхмәт белдерҙе һәм «БашИнком» директоры Кузнецов Вячеслав Ивановичҡа Рәхмәт хаты тапшырҙы. Был предприятие респубикала аграр белем биреү үҫешенә ҙур өлөш индерә, ауыл хужалығы һөнәрҙәренең абруйын үҫтереүгә күп көс һала.

***
Быйыл «БашИнком»дың барлыҡҡа килеүенә 35 йыл тулды. Ул экологик йәһәттән таҙа, һаулыҡҡа файҙалы уңыштар үҫтереү өсөн кәрәкле препаратар, ашламалар, өҫтәмәләр етештерә, уларҙы ҡулланыу технологияларын эшләй. Компания белгестәренең тәҡдимдәренә ярашлы етештерелгән йәшелсә-еләктәрҙең, ризыҡтарҙың витамин һәм минераль матдәләр буйынса бөтә файҙаһын ҡушып иҫәпләһәң, ул 800 процентҡа етә!

«Башинком» агроном, биолог һәм микробиолог булырға хыялланған уҡыусыларға ярҙам итә.

Компания ерҙәребеҙҙе, баҫыуҙарыбыҙҙы зарарлы химиянан таҙартырға, таҙа, уңдырышлы итергә ынтыла. Шундай ерҙә үҫкән игендәр, йәшелсәләр, емештәр, еләктәр генә һаулыҡҡа зыян түгел, ә файҙа килтерә.

Сығанаҡ: БашИнком / ВКонтакте

Аксёнда буласаҡ агрономдар ярышты
Аксёнда буласаҡ агрономдар ярышты
Аксёнда буласаҡ агрономдар ярышты
Аксёнда буласаҡ агрономдар ярышты
Аксёнда буласаҡ агрономдар ярышты
Аксёнда буласаҡ агрономдар ярышты
Аксёнда буласаҡ агрономдар ярышты
Аксёнда буласаҡ агрономдар ярышты
Аксёнда буласаҡ агрономдар ярышты
Аксёнда буласаҡ агрономдар ярышты
Автор: Альфия Акбутина
Читайте нас